Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Июнь 2024, 15:30

Исламбайҙа ҡыуаныслы ваҡиға

Бөрйән районының "Айыҡ ауыл - 2022" республика конкурсында ҡатнашып, 2 миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булған Исламбай ауылында бөгөн ҡыуаныслы ваҡиға - балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансығы асылды.

Исламбайҙа ҡыуаныслы ваҡиғаИсламбайҙа ҡыуаныслы ваҡиға
Исламбайҙа ҡыуаныслы ваҡиға

Майҙансыҡты тантаналы асыу хоҡуғын мәртәбәле ҡунаҡтар 1-се синыф уҡыусыларына тапшырҙы. Артабан сара байрам концерты менән дауам итте.

"Айыҡ ауыл" конкурсы исламбайҙарҙың файҙалы эшен бойомға ашырып, кескәйҙәрҙең көндәлек тормошон сағыуыраҡ итергә булышлыҡ итте. Уйын һәм спорт майҙансығы ауыл халҡы өсөн оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен!

Фотолар

https://vk.com/album-13580677_301819133

https://vk.com/wall-13580677_92168

 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас