Тиҙҙән улар фасадты биҙәйәсәк. БР мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин хәбәр итеүенсә, төҙөлөштө тамамлау өсөн тағы ла алты йөк машинаһы мәрмәр килтереләсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда Ураҙа байрамында БР Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә «Әр-Рәхим» мәсетендә тикшеренеү һәм юридик эштәр тамамланды, проект-смета документацияһы тулыһынса тергеҙелеп, экспертиза үтте, тип яҙғайны.