Өфөлә баҡсасыларға үҙҙәре үҫтергән һәм етештергән әйберҙәрен һатыу өсөн 600-ҙән ашыу көплө һатыу урындары булдырғайнылар. Улар был майҙансыҡтарҙа бушлай һатыу итте.
«Конструкциялар зыян күргән урындар бар. Шулай уҡ был майҙансыҡтарҙа эшҡыуарҙар ҙа һатыу итә. Өфөлә уларҙың ҡайһы берҙәре йәйәүлеләр үтә алмаҫлыҡ урындарҙа урынлашҡан. Хатта шундай ваҡ - төйәк нәмәләр ҙә беҙҙең иғтибар үҙәгендә булырға тейеш», – тине Радий Хәбиров.