Уның белдереүенсә, проект сиктәрендә бөтәһе 663 гектарҙан ашыу майҙанда 2 миллион самаһы үҫенте һәм ағас ултыртылған. Акцияла 133 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Акцияның үҙәк сараһы 27 апрелдә «Патриот» хәрби-патриотик паркы биләмәһендә уҙған.Унда Ҡырым ҡарағайы үҫентеләренән, 300 йүкәнән аллея барлыҡҡа килгән.
Бөтә райондар ҙа акцияға әүҙем ҡушылған.
Мәҫәлән, Нуриман урмансылары 4 меңдән ашыу ҡарағай үҫентеһе ултыртты. Участкала иҫтәлекле датаға арналған ваҡиғаларҙы һүрәтләгән мәғлүмәт щиттары ҡуйылған.
Баймаҡ районында Талҡаҫ күле буйын 200 ҡарағай үҫентеһе йәмләйәсәк.
Архангел районында урмансылар Арх-латыш урта мәктәбе уҡыусылары, суд приставтары һәм ирекмәндәр менән берлектә 14 мең, «Башнефть-Добыча» хеҙмәткәрҙәре Асылыкүлдең һаҡлау зонаһына 26 мең, Миәкә районында Илсеғол ауылы эргәһендәге Нарыҫтау итәгендә район ойошмалары һәм учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ республика урмансылары 9 меңдән ашыу ҡарағай үҫентеһе ултыртҡан.
Бөгөнгө көндә урмансылар урман питомниктарында, шулай уҡ теплицаларҙа ябыҡ тамыр системаһы булған орлоҡтар үҫтереү буйынса эштәр алып бара.
Дөйөм алғанда, быйылға 15,2 мең гектарҙан кәм булмаған майҙанда урман тергеҙеү эштәрен башҡарыу буйынса план билдәләнгән.
«Көҙгө осорҙа беҙ, ғәҙәттәгесә, «Урманды һаҡлайыҡ» Бөтә Рәсәй акцияһын үткәрәсәкбеҙ. Быйыл, һауа торошона бәйле, 16 сентябрҙән 20 октябргә тиклем урман ултыртыуҙы планлаштырабыҙ», – тине Марат Шәрәфетдинов.