Төбәк етәксеһенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Радик Солтанов етәкләгән компаниялар төркөмө Башҡортостан биләмәһендә быяла етештереү, еңел сәнәғәт, күсемһеҙ милек төҙөү өлкәһендә мөһим проекттарҙы тормошҡа ашыра. Яңыраҡ компаниялар төркөмө «Уфанет» АЙ-ның акционеры ла булды.
Осрашыу барышында Радий Хәбиров Радик Солтанов менән «Салауатбыяла»ны артабан үҫтереү буйынса пландарҙы тикшерҙе.