Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Июнь 2024, 11:00

"Нурислам улыбыҙ аша конкурс тураһында белдек"

"Был беҙҙең ғаиләнеке" конкурсының ярымфиналында Ейәнсура районы Абҙан ауылынан Гүзәл менән Хәмит Ҡыуатовтар ғаиләһе лә ҡатнаша.

"Нурислам улыбыҙ аша конкурс тураһында белдек""Нурислам улыбыҙ аша конкурс тураһында белдек"
"Нурислам улыбыҙ аша конкурс тураһында белдек"

Ҡыуатовтарҙың ғаиләһендә 8 бала тәрбиәләнә, дүртәүһе үҙҙәренеке булһа, тағы дүрт баланы тәрбиәгә алған улар.Өлкән улдары Денисламдың инде үҙ ғаиләһе булһа, тағы өсәүһе студент, ҡалғандары мәктәп йәшендә. "Был беҙҙең ғаиләнеке" конкурсы хаҡында Нурислам улдары мәктәптә уҡытыусыһынан ишетеп ҡайта ла, ата-әсәһен һәм туғандарын был бәйгелә ҡатнашырға күндерә. Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе өләсәйҙәре Ғәҙилә Хәлитова ла балаларының ниәтен хуплай һәм ихлас ҡушыла. Сөнки конкурстың шарты буйынса, унда өс быуын ҡатнашырға тейеш. "Шөкөр, күп балалы бәхетле ғаиләбеҙ. Октябрҙә конкурста ҡатнашыу өсөн теркәлеү үттек. Ауылда йәшәйбеҙ, интернет насар тота, көндөҙ видеолар төшөрәбеҙ ҙә, төндәр буйы ебәрәбеҙ. Ҡыҙыбыҙ Эльмира табиплыҡҡа уҡығанлыҡтан, беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса видео төшөргәйнек, телевизор алдыҡ бүләккә", -- тип һөйләй хужабикә Гүзәл Ҡыуатова. Конкурста ҡатнашыуҙарына бик шат улар: " Был конкурс балалар менән ата-әсәләр араһындағы мөнәсәбәтте нығыта",--- тиҙәр.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас