Бөгөн Өфөлә барған "Был беҙҙең ғаиләнеке" конкурсының йомғаҡлау полуфиналы тамамлана. Алда хәбәр итеүебеҙсә, унда Волга буйы федераль округынан 300-ҙән ашыу ғаилә ҡатнаша. Мәҫәлән, Голуновтар, Кабановтар һәм Педюковтарҙың бер ғаилә командаһы Түбәнге Новгородтан килгән. Өләсәләре, ҡартаталары менән бергә бөтәһе алты кеше килгән улар. "Конкурс хаҡында телевизорҙан ҡарап белдек һәм ҡатнашырға булдыҡ. Бик оҡшай. Тәуге этабында бар ғаиләбеҙ менән төрлө видеолар төшөрҙөк. Әле ярымфиналға үтеүебеҙгә бик шатбыҙ. Өфө ҡалаһына тәүге тапҡыр килдек. Бик таҙа һәм йәшел ҡала" -- ти улар тәъҫораттары менән уртаҡлашып.