Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Июнь 2024, 06:35

"Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды филиалына бер йыл тулды

БР Башлығы Радий Хәбиров үҙенең соцселтәр яҙмаһында үрҙә телгә алынған фонд филиалының 2023 йылдың 1 июнендә үҙ ишектәрен асыуын иҫкә төшөрҙө. Бында 97 социаль координатор эшләй - был башҡа төбәктәрҙәгегә ҡарағанда күберәк. 

"Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды филиалына бер йыл тулды"Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды филиалына бер йыл тулды
"Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды филиалына бер йыл тулды

Улар араһында махсус хәрби операция ветерандары, һәләк булған геройҙарҙың әсәләре һәм ҡатындары бар.

"Улар барыһы ла битараф түгел кешеләр, яугирҙарыбыҙҙың проблемаларына теләктәшлек күрһәтергә, һиҙгер булырға әҙер. Көн һайын улар хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә психологик ярҙам күрһәтеүҙән алып был категория ветерандарын социаль һәм медицина реабилитациялауына тиклем мөһим мәсьәләләрҙе хәл итә. «Ватанды Һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан буйынса филиалы белгестәренә һәм социаль координаторҙарына ихлас күңелдән рәхмәт белдерәм. Ошондай ҙур һәм кәрәкле эш башҡарыуығыҙ өсөн рәхмәт», - тип яҙған төбәк етәксеһе.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас