Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Июня 2024, 14:50

Беҙгә ЛНР-ҙан ялға балалар килде

Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһынан 98 бала һәм уларҙы оҙатҡан 4 оло кеше Мәләүез районының "Дружба" лагерында ял итәсәк.

Беҙгә ЛНР-ҙан ялға балалар килдеБеҙгә ЛНР-ҙан ялға балалар килде
Беҙгә ЛНР-ҙан ялға балалар килде

21 көнлөк сменала улар бай ял программала ҡатнашасаҡ. Быға төбәктең иҫтәлекле урындарына экскурсиялар, лагерҙағы спорт һәм күңел асыу саралары кеүек әүҙемлектәр инә.

Әйтергә кәрәк, йәйгеһен беҙҙә ЛНР һәм ДНР-ҙан 1,2 мең бала һәм 72 оло кеше ял итәсәк. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас