***
Йә, Хоҙайым, минең балаларҙы Бәлә - ҡазаларҙан арала. Бәхет, шатлыҡ, тәүфиҡтары булып, Матур йәшәһендәр ары ла. Бир һин бал[а]ларыма оҙон ғүмер, Тормоштары булһын бәхетле. Үҙ балаларын үҙҙәре бағып, Татыһындар оло бәхетте. Яҙһын бал[а]ларыма олоғайып, Ҡайны - ҡәйнә йөгөн тартырға. Олатай - өләсәйгә ашҡынып Ейәндәре торһон ҡайтырға. Хеҙмәт юлдарында баҫҡыстарға Йә, Хоҙайым, яҙһын үрләргә. Беҙҙең шатлыҡ, таяныстар булып Бир, Хоҙайым, донья көтөргә.
Зөлфирә Ғәлиева