1 июндән ойошма филиалдары бөтә төбәктәрҙә лә эшләй. Яңы структураның маҡсаты – яугирҙарға социаль , медицина , психологик ярҙам сараларын алыуҙа ярҙам итеү, юридик кәңәш биреү, хәрбиҙәрҙең реабилитацияһын хәстәрләү.Фонд ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларҙың мәсьәләләрен системалы һәм юғары кимәлдә хәл итеү өсөн өҫтәмә мөмкинлек бирә.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында “Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалының эше менән уның етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина таныштырҙы.
Гөлнур Ғәлинур ҡыҙының белдереүенсә, бер йыл эсендә ойошма 45 мең мөрәжәғәт ҡабул иткән. Яңы структураның координаторҙары райондарҙа ла эшләй.
-Беҙҙең бурыс – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, проблемаларын хәл итергә булышыу. Бер генә мөрәжәғәт тә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Ҡаннуниәт, хоҡуҡи нормаларҙа ҡаралмаһа ла, һәр кемдең хәленә инеп, урындағы хакимиәт етәкселәре менән һөйләшеп, уларҙың үтенестәрен ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ, – ти ул.
Иң күп мөрәжәғәттәр социаль , медицина ярҙамын алыуға ҡайтып ҡала. Үҙаллы документтар , түләүҙәр юллауҙа ҡатмарлыҡтар тыуғанда юридик ярҙам һорап та күптәр мөрәжәғәт итә. Үтенестәре булһа, хатта алғы һыҙыҡта йөрөгән егеттәр ҙә фонд менән бәйләнешкә инә.
Ауыр яралар алып ҡайтҡандарға медицина комиссияһы күрһәтмәләре буйынса техник реабилитация саралары менән тәьмин итеүҙә лә фонд төп ярҙамсы. Улар заманса инвалид коляскалары, фунциональ протездар, күҙҙәре күрмәгәндәргә аҡыллы таяҡтар алыуҙа ла ярҙам итә. Тиҙҙән һуғыштан ғәрипләнеп ҡайтҡан яугиҙар РФ Президенты күрһәтмәһе буйынса автомобилдәр менән дә тәьмин ителәсәк. Ойошма шулай уҡ инвалид хәрбиҙәрҙең йорттарын уларҙың шәхси ихтыяждарына яраҡлаштырып эшләүҙе лә күҙәтә.
Ветерандарҙы эшкә урынлаштырыу һәм ҡайтанан уҡытыуҙа ла “Ватан һаҡсылары” филиалы хәстәрлек күрә . Эш башланғандан алып фонд хеҙмәткәрҙәре 140 хәрбине эшкә урынлаштырған.
Яҡындары, туғандары юғалғандар ҙа ярҙам һорап килә. Хәрби хеҙмәткәрҙең ҡайҙа булыуы, ни өсөн элемтәгә сыҡмауы асыҡлана, ғариза фонд аша Тәфтиш комитетына, хәрби прокуратураға ебәрелә.
“Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының Башҡортостан фонды “Вагнер” шәхси хәрби компанияһында булған хәрбиҙәргә “Хәрби хәрәкәттәр ветераны” статусын юллауҙа ярҙам итә. Көн һайын тиерлек икешәр вагнерсы бындай танытманы алып тора.
Бөгөн бигерәк тә аталары, улдары МХО-ла һәләк булған ғаиләләргә ауыр.
“Уларҙың ғаиләләре үтә лә иғтибар талап итә. Аныҡ ярҙам күрһәтеүҙән тыш, беҙ уларға ниндәйҙер бер рухи таяныс та булып торабыҙ, даими бәйләнештәбеҙ”, – ти Гөлнур Ҡолһарина.
“Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалының ишектәре ярҙамға мохтаж булыусыларға һәр саҡ асыҡ. Өфө ҡалаһы, Минһажев урамындағы 107-се йортта урынлашҡан ойошмаға һәр кем килә ала.
Фото: Башинформ.