Ысынлап та, үҙҙәре теләмәһә лә, “ҡаты күҙле”ләр була шул. Был йәһәттән, байтаҡ ҡына миҫалдар килтерергә була. Мал - тыуар, бала- саға күҙһенә башлаһа, инәйҙәр әмәлен тапҡан бит. Һоғон ҡасырам, йә йыуып төшөрәм, тип һыу өшкөрә башлағандар. Һыуҙы ла ике йылғаның бергә ҡушылып, көс йыйып, алҡынып аҡҡан еренән алғандар. Һыуын һоҫҡанда тейешле доғаһын уҡыу мотлаҡ икән. Күҙһенгән мал тыуарға бөрккәндәр, бала- сағаны йыуындырған һыуына ҡушҡандар. Ҡайһы бер ғаилә йыш шау- шыу ҡуптарһа, уларҙы ла шул һыу менән тынысландырғандар. Ғаиләнең кендек инәһе, йә еңгәләре, йә ҡәйнәләре мунса яҡҡанда еҫле үләндәр быҡтырып, 7 сүмес доғалы һыуҙы һалған. Ни ғилләлер: һәр ғаиләлә була торған ҡәҙимге ығы- зығынан тынысланғандар бит. Быныһы –беҙҙең аңға һыйырлыҡ түгел, ә борондан иҫбатланып килгән ырым көсө.
Донъяны нейе юҡ, беҙ белмәгән йөйө юҡ, тигәндәре шулдыр.
Венера СИТДИҠОВА.