"Ҡояшҡай" кексы

Һәр кем ярата торған тәмлекәс.

"Ҡояшҡай" кексы"Ҡояшҡай" кексы
"Ҡояшҡай" кексы

Өс йомортҡа, бер стакан он, бер стакан шәкәр, бер балғалаҡ ҡабартҡыс, бер лимон, 70 мл үҫемлек майы, 50 мл һөт кәрәк.

Лимондың һутын һығырға, ҡабығын ҡырырға.

Йомортҡаларҙы шәкәр менән туғырға.

Артабан да туғый-туғый һөт, лимон һутын, ҡырылған ҡабыҡтарын, май, он, ҡабарҡыс ҡушып, ҡамыр әҙерләргә. Ҡуйы ҡаймаҡ һымағыраҡ ҡамыр килеп сыға.

Майлы формаға һалып, 180° эҫелектәге духовкала 40-50 минут бешерергә.

Әҙерлеген шырпы тығып белеп була.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас