8 сентябрь - һайлау

Бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙы билдәләү тураһында» ҡарар ҡабул итте.  

8 сентябрь - һайлау8 сентябрь - һайлау
8 сентябрь - һайлау

 

 –Башҡортостан Республикаһының Һайлауҙар тураһындағы кодексына ярашлы, республика Башлығын һайлау 8 сентябргә тәғәйенләнгән, – тип хәбәр итте Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай  Рәйесе Константин Толкачев.

 Тейешле ҡарар ҡабул итеү менән республиканың юғары вазифалы кешеһен һайлау буйынса кампания рәсми рәүештә башлана. Кандидаттарҙы сәйәси партиялар тәҡдим итә. Башҡортостан Конституцияһына ярашлы, 30 йәше тулған һәм илебеҙ территорияһында даими йәшәгән Рәсәй Федерацияһы гражданы республика Башлығы итеп һайлана ала. Кандидаттың сит ил гражданлығы, йәшәүгә рөхсәт йәки сит илдә даими йәшәү хоҡуғын биргән башҡа документ булырға тейеш түгел. Республика Башлығын һайлау — алдағы биш йылға төбәктең үҫеш йүнәлешен билдәләүсе мөһим ижтимағи-сәйәси ваҡиға, тип билдәләне парламент спикеры.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас