Әйткәндәй, туҡранбаш - клевер. Ул ҡан тамырҙары стенаһын нығыта, холестерин кимәлен кәметә.
Әҙерләү: бер ҡалаҡ кипкән туҡранбашҡа 200 мл ҡайнар һыу ҡойорға ла, 30-40 минут төнәтергә. Һөҙөп эсергә. Дауаланыу өсөн көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда бер ҡалаҡ эсергә.
Һыуһынды ҡандырыу өсөн ябай сәйгә клевер сәскәһен һалып, бешереп эсһәгеҙ ҙә тәмен шундуҡ тойорһоғоҙ.