"Беҙ булмаҫ инек инде..."

Стәрлебаш районында өс бала һәм өс өлкән кеше янғынды хәбәр итеүсе ҡорамал ярҙамында иҫән ҡалған.

"Беҙ булмаҫ инек инде...""Беҙ булмаҫ инек инде..."
"Беҙ булмаҫ инек инде..."

Йәшергән ауылында торлаҡ йорттоң верандаһы яна. Өйҙә хужабикә, улы, килене һәм уларҙың өс бәлиғ булмаған балаһы йоҡлаған.

- Беҙ бөтәбеҙ ҙә төнгө ун бер тирәһендә йоҡларға яттыҡ. Төндә мин янғын сигнализацияһының көслө тауышынан уяндым һәм төтөн еҫен һиҙҙем. Барыбыҙ ҙа уянып, шунда уҡ урамға сыҡтыҡ. Янғындың веранданан башланып китеүен аңланым, унда ҡаҙанлыҡ һәм электр йылытҡысы ҡуйылған. Беҙ булмаҫ инек инде, был турала уйлауы ла ҡурҡыныс! Ейәндәрем янғын һүндереүселәрҙе саҡырҙы, һәм бер нисә минуттан улар килеп, утты һүндерҙе, - тип һөйләй йорт хужабикәһе.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғын электр селтәрендәге ҡыҫҡа ваҡытлы тоташыуҙан килеп сыҡҡан.

Янғын сигнализацияһы ярты йыл элек хакимиәт тарафынан ҡуйылған.

Фото: МЧС РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас