Йәйге каникулда эшкә урынлашырға теләһәң...

Башҡортостанда йәйге каникул ваҡытында 14 йәштән өлкән  мәктәп уҡыусылары 3600-ҙән ашыу вакансия буйынса эшкә урынлаша ала.

Йәйге каникулда эшкә урынлашырға теләһәң...Йәйге каникулда эшкә урынлашырға теләһәң...
Йәйге каникулда эшкә урынлашырға теләһәң...

 Эш биреүселәр үҫмерҙәргә вожатый, һатыу буйынса менеджер ярҙамсыһы, ярымфабрикаттарҙы тултырыусы, курьер , биләмәләрҙе төҙөкләндереүсе һөнәрҙәрен тәҡдим итәсәк.

Уҡыусылар эш табыу өсөн мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә тейеш. Шулай уҡ буш вакансияларҙы   „Работа России“ порталынан ҡарарға була.

Үҫмерҙәргә эш хаҡы менән бергә мәшғүллек үҙәктәренән 1,8 меңдән алып 2,8 меңгә тиклем матди ярҙам да түләнә.

Былтыр республикала йәйге каникулдарында 10 мең  мәктәп уҡыусыһы эшләгән.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас