Аяныслы үлем...

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Туймазы районындағы үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай.

Аяныслы үлем...Аяныслы үлем...
Аяныслы үлем...

Авария бөгөн кис Бәләбәй-Николаевка-Туймазы-Баҡалы автомобиль юлының 68-се километрында була.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, "Daewoo Nexia" руле артындағы 37 йәшлек урындағы кеше юлдан осоп төшә, аҙаҡтан түңкәрелә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водитель ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе үк һәләк була. Уның 32 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатыла. Билдәле булыуынса, водитель элек иҫерек килеш автомобиль менән идара иткән өсөн водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән булған. Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ғәҙәттән тыш хеҙмәттәр эшләй. 

Фото: БР ЮХХДИ.

Аяныслы үлем...
Аяныслы үлем...
Аяныслы үлем...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас