Төбәктең иң ҙур велосипед сараһында ҡатнашырға теләүселәрҙең барыһы ла саҡырыла. Парад составында велосипедсылар ҡаланың үҙәк урамдары буйлап үтә йәки Октябрь проспекты буйлап велоуҙышта ҡатнаша ала. Ойоштороусылар мәғлүмәте буйынса, сара 2 июндә иртәнге сәғәт 7-лә старт алды брифингынан башлана. Артабан иртәнге сәғәт 8-ҙә Октябрь проспекты буйлап велоуҙыш башлана. Велопарадҡа йыйылыу иртәнге сәғәт 10-ға билдәләнгән. 28 майҙа «Өфө ҡала Советы» туҡталышында «1000 велосипедсы көнө»нә бушлай номерҙар бирелә башлай.
Фото: Өфө ҡала хакимиәте.