Инвестһабантуйҙа 103 млрд һумлыҡ килешеү төҙөлдө

"Урал аръяғы - 2024" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында бөтәһе 103 млрд һумға 50 килешеү төҙөлдө.

Инвестһабантуйҙа 103 млрд һумлыҡ килешеү төҙөлдөИнвестһабантуйҙа 103 млрд һумлыҡ килешеү төҙөлдө
Инвестһабантуйҙа 103 млрд һумлыҡ килешеү төҙөлдө

Был хаҡта БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров телеграмм-каналда хәбәр итә. Атап әйткәндә, Рәсә--Төркиә ассоциацияһы эшҡыуарҙары менәнүҙ-ара аңлашыу тураһында меморандум төҙөлгән. "Ике яҡ өсөн дә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыусы тармаҡтар спектры киң.Документ Рәсәй һәм Төркиә закондарына ярашлы, кәрәкле мәғлүмәт менән бүлешергә мөмкинлек бирә, был иһә Төркиә Республикаһының бизнес-йәмәғәтселеге менән үҙ-ара бәйләнештәрҙе нығытасаҡ",--- тип белдерҙе Андрей Назаров. Тағы бер килешеү --- Салауат яһалма полимерҙар заводына махсус химик производство комплекстары төҙөү ниәте тураһында. Проект бик күләмле, планлаштырылаған инвестициялар күләме 53 млрд һумдан аша.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас