Әбйәлилдәге һабантуй сит ил ҡунаҡтарына бик оҡшаны

 ”Урал аръяғы – 2024” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын  Әбйәлил районында быйыл республикала тәүге тапҡыр үткәрелгән һабантуй  йомғаҡланы.

Әбйәлилдәге һабантуй  сит ил ҡунаҡтарына бик оҡшаныӘбйәлилдәге һабантуй  сит ил ҡунаҡтарына бик оҡшаны
Әбйәлилдәге һабантуй сит ил ҡунаҡтарына бик оҡшаны

 

Был матур сағыу тамашаны инвестһабантуйға килгән бар ҡунаҡтар, шул иҫәптән Рәсәй, Белоруссия, Үзбәкстан, Ҡытай  илдәре вәкилдәре лә тамаша ҡылды.   Улар бында  башҡорт халҡының йәшәйеше, йолалары, мәҙәниәте менән  яҡынддан танышты.  Республиканың төрлө район вәкилдәре тирмә ҡороп, ҡунаҡтарға башҡорт халыҡының аш-һыуын тәҡдим итте, йолаларын, кәсептәрен күрһәтте.   

Сараны асыу тантанаһындағы һоҡланғыс тамаша  ҡунаҡтарҙы ғына түгел, һабантуйҙа ҡатнашыусы бар халыҡты әсир иткәндер. Унда халҡыбыҙҙың үткәне лә,  һынмаҫ рухы һәм ҡыйыулығы, уңғанлығы һәм ғорурлығы ла сағылыш тапты. Тамашасыларҙың күҙ алдынан тотош илебеҙ тарихы үтте: Бөйөк Ватан һуғышы,  М. Шаймортаов исемендәге Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлы, ололарҙың, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың  Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө, махсус хәрби операцияла ҡатнышыусыларға  гуманитар ярҙам һ.б.  Һәләтле артистарҙың сығышы ғына түгел, 100-ҙән ашыу һыбайлының ҡатнашыуы ла  сараға йәм өҫтәне.  

 Әлбиттә, һабантуй булғас, ундағы бөтә төр ярыштар һәм уйындарһыҙ ҙа булмай.  Ат сабышы, көрәш, бағанаға үрмәләү, йыр-бейеү – һәр-береһен халыҡ яратып, дәррәү алҡыштарға күмеп ҡараны.  

 

 

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас