Улар ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре хаҡында фекер алышты. – Республиканың тышҡы сауҙа әйләнешендә Үзбәкстан бишенсе урын биләй. Бөгөн Сибайға килеүегеҙгә бик шатбыҙ. Һеҙҙең килеүегеҙ беҙҙең дуҫлытың артабан үҫеүенә итеп, тип ышана,– тине Радий Хәбиров. – Башҡортостан беҙҙең өсөн бик мөһим төбәк. Беҙҙе күп нәмә берләштерә. Беҙҙең рухыбыҙ, йолаларыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ оҡшаш, – тине Дилшод Ахмедов үҙенең яуап сығышында. Яҡтар Башҡортостанда транспорт-логистика үҙәге төҙөү перспективаһын ҡараны.