Түбәндәге үләндәр төнәтмәһен әҙерләп эсеп ҡарағыҙ, файҙаһы тейер. Ике балғалаҡ йылан тамыры менән мелиссаға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп бешерергә һәм 30 минут төнәтеп, һөҙөп алырға. Әҙер төнәтмәне көнөнә ике тапҡыр яртышар стакан эсергә.
Бер ҡалаҡ йылан тамыры үләне менән кесерткәнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп бешерергә. Көнөнә яртышар стакандан ике тапҡыр 4 аҙна дауамында эсергә була. Әммә был төнәтмәне тромбоз булғанда, ҡан тамырҙары киңәйгәндә эсергә ярамай.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.