«Бәшмәкле ялан» салаты

Ҡатлы-ҡатлы бейек салат был.

«Бәшмәкле ялан» салаты«Бәшмәкле ялан» салаты
«Бәшмәкле ялан» салаты

Беренсе ҡат – бешкән картуфты ҡырып һалырға, өҫтөнә – тоҙ, борос, майонез;

Икенсе ҡат – ыҫланған тауыҡ түшен турап, майонез;

Өсөнсө ҡат – маринадланған һуған (рассол: 100 г һыу, ике ҡалаҡ алма уксусы, бер ҡалаҡ шәкәр, 1/2 балғалаҡ тоҙ, һуғанды 15 – 20 минут тоторға);

Дүртенсе ҡат – бешкән кишерҙе ҡырып, майонез;

Бишенсе ҡат – тоҙло йәки ябай ҡыяр;

Алтынсы ҡат – өс-дүрт йомортҡаны ҡырып, майонез;

Етенсе ҡат – сырҙы ҡырып, майонез;

Һигеҙенсе, иң өҫкө ҡат – опята (үҙегеҙ теләгән бәшмәкте алырға була) бәшмәге, һуған, укроп.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас