Абруйлы ҡунаҡтар иҫәбендә Евразия иҡтисади союзы илдәренең делегациялары сығыш яһай. Сарала ҡатнашыусылар Үҙәк Азия илдәре менән хеҙмәттәшлек перспективалары хаҡында фекер алышасаҡ. Инвестһабантуй барышында Башҡортостан, Үзбәкстан һәм Ҡазағстан араһында эшсе төркөмдәрҙең хөкүмәт-ара ултырышы үтә. Айырым сессияла ислам инвестицияһы темаһы ҡарала.
Форумдың төп сараһы – «INNOREGION: Стратегия 2030. Инструменттар - Ресурстар - Партнерҙар» тигән темаға пленар ултырыш. Шулай уҡ форум барышында Global Management Challenge бизнесы менән идара итеү һәм стратегия буйынса Башҡортостан кубогының һайлап алыу этабы үтә. Был Кубок республиканың иң яҡшы эшҡыуарҙарына үҙҙәренең тәжрибәһе һәм идеялары менән уртаҡлашрыға мөмкинлек бирә.