Йогурт

Бик файҙалы ризыҡ. Үҙегеҙ яһап алығыҙ.

ЙогуртЙогурт
Йогурт

500 мл һөттө 93 – 95 градусҡаса эҫетергә. Ҡайнатып ҡуймағыҙ – йогурттың тәме булмаясаҡ. Һөт тиҙерәк һыуынһын өсөн һалҡын һыулы һауытҡа ултыртырға була. Әгәр ҙә пастеризацияланған һөт алһағыҙ, уны 60 – 70 градусҡа тиклем йылытыу ҙа етә.

Һөт бер аҙ һыуынғас (46 – 50 градус), ике-дүрт балғалаҡ йогурт ҡушығыҙ. Магазиндыҡы булһа ла ярай. Яҡшылап болғатып, ҡалын әйбер ябып, йылыға ҡуйырға. Ферментация 6 – 12 сәғәткә тиклем. Бында иң мөһиме – температураны тотоу. Йогурт культуралары 40 градуста үҙен яҡшы тоя. 30 – 35 градус та мөмкин, тик унан да түбәнерәк булмаһын. Юҡһа, йогурт килеп сыҡмай. Әҙер йогуртҡа сәтләүектәр, емештәр ҡушырға була.

Тәмле булһын!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас