Самауырҙар фестивале — инвестһабантуйҙың биҙәге

 Самауырҙар фестивале  –  Сибайҙағы инвестиция һабантуйының  иң матур сараларының береһе.

Самауырҙар фестивале — инвестһабантуйҙың биҙәгеСамауырҙар фестивале — инвестһабантуйҙың биҙәге
Самауырҙар фестивале — инвестһабантуйҙың биҙәге

  Ундағы самауырҙарҙың төрлөлөгө...   Һәр райондан, музейҙарҙан, шәхси коллекционерҙар үҙҙәренең самауырҙар күргәҙмәһен алып килгән.  Бөрйәндәр, Күгәрсендәр, Өфө районы, Октябрьский ҡалаһы –    ҡайҙан ғына килеп етмәгәндәр. Самауырҙарҙың нидәй генәләре юҡ:иң боронғоларынан алып яңыларына тиклем,бәләкәй генәләре, бигерәк ҙурҙары...  

Мәҫәлән, Баймаҡтан Мансур Һәйетҡоловтың  коллекцияһы ла күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә.

     —Тәүҙә кешеләрҙең боҙолған самауырҙарын төҙәтеү менән шөғөлләнә инем. Шулай самауырҙар менән ҡыҙыҡһына башланым. Ҡайһыларын кешеләрҙән алдым, күбеһен  тимер-томор тапшырған урындан  алғанмындыр. Кеше боҙолған самауырын  алып барып тимер-томорға тапшыра, мин алып, йүнәтеп алам. Бына шулай арыу уҡ ҡына йыйылып китте. Хәҙер үҙемдең күргәҙмәм менән ошондай сараларҙа, һабантауйҙарҙа ҡатнашам, – ти ул.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас