Ни өсөн тире ҡысыта?

Иң беренсе сиратта, шуны аңларға кәрәк: тән ҡысытыу –  ауырыу түгел, ә  ниндәйҙер ауырыуҙың билдәһе генә булыуы ихтимал.  Шуға күрә дауалауҙы башлар алдынан дөрөҫ диагноз ҡуйыу мөһим.  

Ни өсөн тире ҡысыта?Ни өсөн тире ҡысыта?
Ни өсөн тире ҡысыта?

  Бының өсөн тейешле анализдар тапшырып, ентекле  тикшереү үтергә кәрәк.   Ҡысытыу ҙа төрлөсә була: тиренең айырым бер өлөшө генә йә булмаһа тотош тән ҡысыта.  Тәүгеһенең сәбәбе  ҡорсаңғы, педикулез, кесерткән биҙгәге, нейродермит кеүек тире ауырыуҙарына  бәйле   булыуы мөмкин. Үтә һиҙгер тире һыуыҡтан да, эҫенән дә ҡысыта.

Ә инде тотош ҡысытыуҙың сәбәбен шәкәр диабеты, ашҡаҙан-эсәк тракты шештәре, ҡалҡан биҙе эшмәкәрлеге боҙолоуы, бөйөр, бауыр, лимфа төйөндәре   сирҙәре кеүек етди ауырыуҙарҙан эҙләргә кәрәк. Ошонан сығып, шундай һығымта яһарға мөмкин: оҙаҡ ваҡыт тән ҡысытыуы менән интеккән кеше  етди тикшерелергә тейеш. Иң беренсе сиратта дерматологҡа күренеп, паразитар ауырыуҙарҙың булыу-булмауын асыҡлау зарур. Артабан инде башҡа белгестәргә  мөрәжәғәт итергә. Дауалау ҡысытыуҙың сәбәбенә ҡарап ҡына билдәләнә. Әммә туҡланыу рационынан  тоҙло-боросло ризыҡтарҙы,  ҡаты сәй менән ҡәһүәне кәметкәндә, төнгөлөккә тынсландырыусы  медицина препараттары  һәм халыҡ медицинаһы сараларын ҡулланғанда ҡысытыуҙан бер аҙ арынырға мөмкин. Шулай уҡ  тирене календула иретмәһе менән ыуырға була.  Имән ҡайырыһы, мәтрүшкә ҡушып әҙерләнгән ванналар ҙа  бер аҙ  баҫа.

Фото:асыҡ сыҡанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас