Өфөнән пенсионерҙы аферистар, мутлашыусылар аҡсағыҙҙы урлай, тупланмағыҙҙы тиҙерәк хәүефһеҙ иҫәпкә күсерер кәрәк, тип ҡурҡытҡан. Бабай ышанып, 780 мең һум аҡсаһын "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсергән.
48 йәшлек ирҙе инвестициялар менән ҡыҙыҡтыралар. Байырға хыялланып, ул 1,4 млн һум аҡсаһын муттарға бүләк иткән.
58 йәшлек ир ҙә шул уҡ тоҙаҡҡа ҡапҡан. Уның "инвестициянан" күргән зыяны - 700 мең һум. Нуғай ауылынан тағы бер ир 780 мең һум аҡсаһын "инвестициялаған".
Күпме генә иҫкәртмә, барыбер алданалар...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.