«Артерия» сауҙа-күңел асыу үҙәге янындағы Ҡала кешеләре аллеяһында 31 авгусҡа тиклем яңы баҡса төҙөлә.
Был турала Өфөнөң Главархитетураһы хәбәр итә. Мәскәүҙең Бауман исемендәге дәүләт техник университеты студенттары Петр Виноградов менән Веры Вологинаның арт-объекттары ҡуйыласаҡ.
Улар бәшмәк темаһында була. «Аллея горожан» бәләкәй архитектур һындар конкурсын «Артерия» менән Өфө ҡалаһы хакимиәте, Британ дизайн юғары мәктәбе, МДТУ, МДУ уҡытыусылары берлектә ойошторған. Үрҙәге студенттар - еңеүсе.
Фото: Город Уфа (vk.com)