Бизнес-турҙа файҙалы мәғлүмәт күп булды

 “А-нан Я-ға тиклем” бизнес-туры – бөгөнгө форумдың иң файҙалы сараларының береһе булғандыр.

Бизнес-турҙа файҙалы мәғлүмәт күп булдыБизнес-турҙа файҙалы мәғлүмәт күп булды
Бизнес-турҙа файҙалы мәғлүмәт күп булды

    Унда эшҡыуарҙар үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, яңы үҙ эшен асырға йыйыныусыларға күп файҙалы мәғлүмәт еткерелде. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһының төбәк лизинг компанияһының генераль директоры Азат Хәйруллин лизингтың өҫтөнлөктәре, лизинг алыу тәртибе хаҡында һөйләне.

   – Беҙ  5 млн һумға тиклем лизинг бирәбеҙ. Элек ул  ҡорамалдарға ғына бирелһә, хәҙер автобустарға ла, минивендарға ла, техникаға, сбертехникаға ла алырға була. 2023 йылда  эшҡыуарҙарҙың проекттарын тормошҡа ашырыуға  384 млн   һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән, – тине ул.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас