Барыһы ла Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн

Үҙ теләге менән генерал Таһир Күсимов исемендәге өсөнсө батальондың медицина взводына хеҙмәт иткән Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов махсус хәрби операция ихтыяжына 3 миллион һум аҡса тапшырған.  

Барыһы ла Еңеүҙе яҡынайтыу өсөнБарыһы ла Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Барыһы ла Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн

 

Санитар һәм водитель булып хеҙмәт иткән «Әсән» ҡушаматлы яугир 20 көнлөк реабилитацияға ҡайтҡан. Яу яланында уның ҡабырғаһы һынған. Әммә хәрбиҙәр алған йәрәхәттәр менән сағыштырғанда, был еңелсә имгәнеү генә, ти билдәле яҡташыбыҙ. Шуға ла ул РФ Оборона министрлығы бүлгән 3 миллион һум компенсацияны еңеүҙе яҡынайтыуға йүнәлтергә ниәтләгән.

Республика Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов менән һөйләшкәндән һуң, ул «Башҡортостан» полкына пилотһыҙ осоу аппараттары һәм медицина ротаһына башҡа кәрәк-яраҡтар, ә инде ҡалған суммаға Бишбүләк һәм Дүртөйлө райондарында маскировка селтәрҙәре үргән ирекмәндәргә тейешле материалдар һатып алырға ҡарар иткән.

 

 

Фото: Башинформ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас