***
Зарланырға тиеп ауыҙ асһам, Эске тауыш кинәт туҡтата: “Булғанына шөкөр итә бел,– ти. – Яҙмыш әле һине ярата. Юҡ тиһеңме ерҙә кеше заты Һинән күпкә ауыр йәшәгән? Сағыштырһаң, һиңә әле яҙмыш Йығылғанда һалам түшәгән. Аяҡ-ҡулың, күҙең, таҙалығың – Һатып алып булмаҫ байлығың. Бәхет алтын-көмөштәрҙә түгел, Хәсрәт итмә кеҫә һайлығын”. Зарланырға тиеп ауыҙ асһам, Эске тауыш кинәт өндәшә: “Яҙмышҡайың һаҡлар шул осраҡта – Рәхмәт әйтә белеп һин йәшә”.... Физалия Дәүләтгәрәева