Ҡырмыҫҡалы, Бүздәк райондарында - һарайҙар, Стәрлетамаҡта - фатир ишеге, Әбйәлил районында - ҡаралты, еңел автомобиль, Бүздәк районында - йорт, Иглин, Бәләбәй райондарында - еңел автомобилдәр, Өфөлә - электр счетчигы, йорт түбәһе, Дыуан районында - ҡаралты, Благовещенда - йорт мөлкәте, Ишембай районында - мунса, Өфө районында веранда янған.
Бөгөн Өфөлә Ғ.Амантай урамында күп фатирлы йорттоң 4-се ҡатындағы ике бүлмәле фатирҙа йорт мөлкәте янған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре саҡырыу урынына килеп еткәс, 15 минут эсендә 3 кв.м. майҙандағы янғынды һүндерә, уттың күрше фатирҙарға таралыуына юл ҡуймағандар. 13 кеше үҙ аллы эвакуацияланған. Һүндереүгә 17 кеше һәм 5 берәмек техника йәлеп ителгән. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе эшләй. Янғын ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында сығыуы ихтимал.
Степан Кувыкин урамындағы йортта ла янғын сыҡҡан. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын һүндереүселәре ҡотҡарыу битлектәре ярҙамында 10 кешене ҡотҡарған. Тиҙ арала 1,5 кв.м. майҙанда янғынды һүндерә һәм уттың башҡа бүлмәләргә, күрше фатирҙарға таралыуына юл ҡуймай. Янғын сәбәбе асыҡлана (фараздарҙың береһе буйынса, янғындың һүндерелмәгән тәмәкенән сығыуы ихтимал). Тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе үткәрә.
Уттан һаҡ булығыҙ, дуҫтар!
Фото: МЧС РБ.