"Урал аръяғы - 2024" инвестһабантуйы үҙ эшен башланы

 Сибайҙа   “Урал аръяғы –  2024” VI  Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үҙ эшен башланы.  

"Урал аръяғы - 2024" инвестһабантуйы үҙ эшен башланы"Урал аръяғы - 2024" инвестһабантуйы үҙ эшен башланы
"Урал аръяғы - 2024" инвестһабантуйы үҙ эшен башланы

  Унда ундан ашыу илдән, шул иҫәптән Белорусиянан, Ҡытайҙан, Төркиәнән, Ирандан һәм Үзбәкстандан  делегаттар ҡатнаша. 

Форумдың ойоштороусылары – Башҡортостан республикаһы Хөкүмәте менән Стратегик инициативалар  агентлығы. Инвест-һабантуй  дәүләт власы органдары менән эшҡыуарлыҡ йәмғиәттәрен,  эксперттарҙы һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен берләштерә. Өс көн дауамында 20-нән ашыу  секция,  фекер алышыуҙар, “түңәрәк өҫтәл”дәр  эшләйәсәк, килешеүҙәр төҙөләсәк.

Бөгөн инвест-һабантуйҙың беренсе көнөндә  бизнес-шерифтарҙың “Бизнес  һәм власть. Һөҙөмтәле төбәк менән эшмәкәрлектә  көслө эшҡыуар” III төбәк-ара форумы үҙ эшен башланы. Унда Рәсәй, Үзбәкстан һәм Белорусиянан делегаттар дәүләт менән эшҡыуарлыҡ хеҙмәттәшлегендә  алдынғы тәжрибәләр менән уртаҡлаша.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас