Ошо көндәрҙә патруль-пост хеҙмәте айырым батальоны хеҙмәткәрҙәре лейтенант Айрат Басиров менән сержант Эдуард Хөснөтдинов Нефтекама ҡалаһының Михайловка биҫтәһендәге урамда эшләү барышында шикле йәш кешегә иғтибар итә. Ул үтә борсолоп үҙенең телефонында ниндәйҙер ғәмәлдәр башҡара, тирә-яғына хәүефләнеп ҡарай. Полиция хеҙмәткәрҙәре уға мөрәжәғәт иткәс, ул тамам борсоуға ҡала. Шуға ла "понятойҙар" ҡатнашлығында гражданға шәхси тикшереү үткәрәләр. Һөҙөмтәлә, Пермь крайының 19 йәшлек кешеһенең салбар кеҫәһенән онтаҡ рәүешендәге матдә һалынған 6 полимер пакет алына. Уның телефонын тикшергәндә Нефтекама ҡала округы территорияһындағы наркотик матдәләр йәшереү урындарының координаталары менән фотоһүрәттәр табыла.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Нефтекама ҡалаһы буйынса тәфтиш бүлеге тәфтишсеһе, юстиция лейтенанты Никита Букин һүҙҙәренсә, тәфтиш-оператив төркөмө күрһәтелгән геолокация урындарын ҡарап сығып, уларҙа дөйөм ауырлығы 120 грамдан ашыу булған онтаҡ матдәле 143 дана полимер пакет тапҡан. Экспертиза үткәргәндән һуң онтаҡтың синтетик наркотик булыуы асыҡлана. Пермь крайы кешеһе эште Интернетта тапҡан. Уға ҡарата енәйәт эше асылып, уны һаҡ аҫтына алғандар. Был турала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Нефтекама ҡалаһы буйынса бүлегенән Сөмбөл Вәлиева хәбәр итә.