Афарин, ҡыҙҙар!

Ошо көндәрҙә Өфөлә үткән ҡул һығышы буйынса Азия беренселегендә Иглин районының "ТАИН" спорт клубы ҡыҙҙары уңышлы сығыш яһаны. Улар Рәсәй йыйылма командаһы составында илебеҙҙең төрлө тарафынан һәм Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстандан килгән спортсылар менән көс һынашты.

Афарин, ҡыҙҙар!Афарин, ҡыҙҙар!
Афарин, ҡыҙҙар!

Был беренселек алтынсы Евразия һуғыш сәнғәте уйындары алдынан үткәрелде. Ярыш "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" йүнәлешенә лә тура килә. Майҙанға 8 - 15 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр сыҡты. Рәсәйҙең Түбәнге Новгород, Һарытау өлкәләренән, Пермь крайынан да спортсылар бар ине.

Иглин ҡыҙҙарынан Светлана Васильева, Влада Хуттер, Арина Киушкина - беренсе, Диана Нуриева икенсе урынға лайыҡ булды. Афариндар!

Фото: Иглин районы хакимиәтенән.

Афарин, ҡыҙҙар!
Афарин, ҡыҙҙар!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас