Ашҡаҙанға эшкәртеү өсөн төрлө ваҡыт талап ителгән аҙыҡтарҙы бергә тултырыу бөтөнләй ярамай. Ул ашҡаҙанды көсөргәнешле эшләргә мәжбүр итә. Мәҫәлән, сусҡа ите менән картуфтан әҙерләнгән ризыҡты эшкәртеү өсөн 5 – 6 сәғәт ваҡыт талап ителә, ә картуфтың үҙен генә ашағанда ул бер сәғәт эсендә эшкәртелеп, эсәктәргә күскән булыр ине. Шунлыҡтан эшкәртелеү өсөн яҡынса бер сама ваҡыт талап ителгән аҙыҡтарҙы бергә ҡушып ашау хәйерлерәк. Мәҫәлән, йәшелсә салаты, алма менән груша, кишер менән сөгөлдөр һуты. Организм өсөн дә еңелгә тура килә.
Аҙыҡ-түлеккә май өҫтәү, хатта салаттарға ла, уның ашҡаҙанда эшкәртелеү ваҡытын 2 – 3 сәғәткә оҙайта. Сөнки аҙыҡты уратып алған май, уны ферменттар һәм һуттар тарафынан эшкәртеүгә тотҡарлыҡ яһай.
Ашҡаҙанда аҙыҡ эшкәртелеп бөтмәгән хәлдә, сәй, һыу һәм башҡа шыйыҡлыҡтар ҙа эсергә кәңәш ителмәй. Бының менән һеҙ ашҡаҙан һутын йомшартып, аҙыҡтың эшкәртелеүен ҡатмарлаштыраһығыҙ һәм ашҡаҙан-эсәк трактына көсөргәнеште арттыраһығыҙ. Бынан тыш, һыу менәне бергә эсәктәргә эшкәртелмәгән аҙыҡ сығарыла һәм улар оҙаҡ итеп унда әсей һәм боҙола. Ә буш ашҡаҙанға эскән һыу шунда уҡ эсәктәргә китә.
Ашаған ризыҡты яҡшы итеп сәйнәргә кәрәк. Ул да аш эшкәртеү процесын тиҙләтә. Ауыҙ ҡыуышлығында уҡ ныҡ ваҡланған ризыҡ ферменттар тарафынан эшкәртелә башлай.
Аҡһымлы аҙыҡты йылы килеш кенә ашағыҙ, йылы аҙыҡ ашҡаҙанда 2 – 3 сәғәт эсендә эшкәртелә һәм шунан һуң ғына нәҙек эсәккә төшә, унда аҙыҡтағы файҙалы матдәләрҙең тарҡалыуы дауам итә.
Һыуыҡ аҙыҡ ашҡаҙанда күпкә тиҙерәк эшкәртелә, шунлыҡтан аҡһымдар тейешенсә эшкәртелеп өлгөрмәй, тура нәҙек эсәккә китә. Һөҙөмтәлә ит аҙыҡтарындағы бактериялар үрсей башлай һәм ашҡаҙан-эсәк трактында дискомфорт барлыҡҡа килә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.