***

Бармы һеҙҙең тик торғанда,Бойоғоп киткән саҡтар?Бер нимәгә китеп барып,Боролоп киткән саҡтар?Йыр ишетеп көнө буйы,Көйләп йөрөгән саҡтар?Асыу килеп, йоҙороҡтоТөйнәп йөрөгән саҡтар?Ҡапыл кемеһендер иҫләп,Көлөп ебәргән саҡтар?Берәүһе лә булмағандаКинәт ебегән саҡтар?Тип-тигеҙ ерҙә барып та,Абынып киткән саҡтар?Иртән күргән кешене лә,Һағынып киткән саҡтар?Бармы?(Р. Абдуллин)

******
***

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас