Йәш балтырған япраҡтарын ваҡлап турап, һөт менән майҙа йомшарғансы быҡтырырға. Артабан шунда манный ярмаһы ҡушып, болғатып тороп 10 – 15 минут быҡтытырырға, йомортҡа өҫтәргә. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы тәменә ҡарап тоҙлап һыуытырға һәм кәтлиттәр яһап, сохариҙа әүәләп, майлы табала ҡыҙҙырабыҙ. 240 г балтырғанға 30 г һөт, 15 г май, 20 г манный ярмаһы, 20 г иретелгән май, 1 йомортҡа алына.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.