Тиреләге таптарҙан ҡотолоу өсөн

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың да, ир-егеттәрҙең дә билдәле бер йәштә тиреһендә таптар барлыҡҡа килә башлай. Уларҙан баҡсала үҫкән үләндәр ярҙамында ҡотолоп була. Мәҫәлән, йәй көнө петрушканан битлектәр яһарға мөмкин.

Тиреләге таптарҙан ҡотолоу өсөнТиреләге таптарҙан ҡотолоу өсөн
Тиреләге таптарҙан ҡотолоу өсөн

 

  1. Петрушканы ит турағыста йәиһә блендер менән ваҡларға һәм шул массаны алдан таҙартылған биткә һылап, 20 – 30 минут тоторға. Һуңынан битте һалҡын һыу менән йыуып алырға кәрәк.
  2. Бер ҡалаҡ ваҡланған петрушкаға 1 ҡалаҡ бал менән 1 балғалаҡ лимон ҡушып бутарға һәм биткә һылап, 15 – 20 минут тоторға.
  3. Петрушка һутына һөт ҡойоп, кемдең тиреһе ҡоро, һөт урынына – ҡаймаҡ, майлы тире өсөн кефир алып,  15 минутҡа биткә һөртөргә. Бындай битлек таптарҙы тулыһынса бөтөрмәһә лә, тирене нығыта.
  4. Биттең тиреһен ағартыу өсөн лимон менән керән һутын да файҙаланалар. Уларҙы 1:1 нисбәтендә ҡаймаҡ менән бутайҙар.  Лимон һуты булған ҡатнашманы 15 – 20 минутҡа биткә һыларға мөмкин, ә керән һуты менән – 5 минутҡа. 
  5. Тире өсөн балан емеше лә файҙалы. Балан емешенә ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә һәм һуңынан  битте йыуырға, компрестар эшләргә мөмкин.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас