Телефон номерын алмаштырһағыҙ...

Был ҡатын хәленә ҡалмағыҙ.

Телефон номерын алмаштырһағыҙ...Телефон номерын алмаштырһағыҙ...
Телефон номерын алмаштырһағыҙ...

РФ Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығының дежур бүлегенә 11 –18 апрелдә  банктағы вкладынан аҡса юғалыуы тураһында пенсионер ҡатын мөрәжәғәт итә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ханым абонент номерын алмаштырған, әммә ул һаман банктың шәхси кабинетына бәйле булып ҡалған. Бының менән мутлашыусылар оҫта файҙаланған.Пенсионер ҡатындың элекке абонент номерын алып, енәйәтсе унан банк кабинетына инеү өсөн файҙаланған һәм 2,4 миллион һум аҡса урлаған. Әлеге ваҡытта ошо осраҡ буйынса РФ Енәйәт кодексының 158-се «Урлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы банк учреждениеларында контакт мәғлүмәтен яңыртыуҙың мөһимлеге тураһында иҫкәртә. Телефон номерын алмаштыраһығыҙ икән, банк картаһынан да уны алығыҙ.

 

 

Фото: 1pnz.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас