Шундай әүҙем һәм уңғандар туризмды үҫтерә лә инде

Иглин районының Урман ауылында эшҡыуар Марат Сәғәҙәтуллин туристик бренд булдырған.

Шундай әүҙем һәм уңғандар туризмды үҫтерә лә индеШундай әүҙем һәм уңғандар туризмды үҫтерә лә инде
Шундай әүҙем һәм уңғандар туризмды үҫтерә лә инде

Быйыл йәш кеше (уға 34 йәш) район хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп, бизнес-проекты менән таныштырған. Маратты хуплағандар һәм егет дәүләттән социаль контракт буйынса 350 мең һум аҡса алған. Быға эшҡыуар туристарға кәрәк-яраҡ биреп тороу пункты асҡан. Сап-борд, ҡотҡарыу жилеттары, башҡа туристик инвентарҙы ҡуртымға алырға мөмкин.

Марат Сәғәҙәтуллин үҙенең "HassSkitour" брендын да булдырған. Уға уңыштар теләйбеҙ!

Фото: Иглин районы хакимиәтенән.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас