Ирәүән бәлеше

Быйыл ирәүәндән (ревень) бәлеш бешерҙегеҙме әле?

Ирәүән бәлешеИрәүән бәлеше
Ирәүән бәлеше

750 г ирәүән (ревень) ,
200 г ҡаймаҡ ,
200 г маргарин ,
2 стакан он ,
350 г шәкәр,
2 аш ҡалағы манный ярмаһы ,
1 балғалаҡ һеркәлә һүндерелгән сәй содаһы,
2 йомортҡа кәрәк.

Ирәүәнде йыуып, таҙартып турарға.
Маргарин, ҡаймаҡ, 200 г шәкәр ҡомо, 1 йомортҡа, сода, он һалып ҡамыр баҫырға.
Ҡамырҙың яртыһын табаға йәйеп һалырға.
Манный ярмаһы һибеп, өҫтөнә туралған ирәүәнде һалып, ҡалған шәкәр ҡомон һибергә лә, өҫтөнә ҡамырҙың икенсе яртыһын ҡаплап, бөгөргә. Әҙер бәлештең өҫтөнә бер йомортҡаны һытып һыларға, 180 градусҡа ҡыҙҙырылған мейескә бешерергә ҡуйырға.

 

 

Фото: bgbug.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас