Барыһы ла ябай: йәнегеҙ теләгән икмәкте шаҡмаҡлап турарға ла, ҡалай (противень) өҫтөнә йәйелгән махсус ҡағыҙға һалырға һәм уларға иҙелгән һарымһаҡ, бер аҙ үҫемлек майы, бәләкәй бульон кубиктары (йәки кипкән башҡа тәмләткес) һибергә. Ипләп кенә бутап, 180 градус эҫелектәге духовкаға 15 минутҡа ҡуйырға.
Был сохарыйҙарҙы һарымһаҡты яратмаған балалар ҙа “һә” тигәнсе ашап бөтөрә. Магазиндан теләһә нимә ҡушылғанын алғансы, үҙегеҙ яһаһағыҙ, яҡшыраҡ.