«Башҡорт хужабикә»һе ныҡ аптыраған! Уның ғәжәпләнеүе Элвин Грей менән бәйле.
Блогер Миләүшә Шәйхлисламова йырсы Элвин Грейҙы тәнҡитләүселәргә яуап бирҙе. «Башҡорт хужабикә»һе хәбәр итеүенсә, уның яҙылыусылары «йондоҙ» менән бер көн» форматында Элвин Грей менән видео төшөрөүгә ҡаршы сыҡҡан. Миләүшә быға ныҡ аптырауын әйтә, йырсы менән видео төшөрөүгә ҡаршы күп хәбәр килһә лә, блогер үҙ ниәтенән баш тартырға йыйынмауын белдерә. Уның һүҙҙәренсә, 1 июндә Ҡазанда ул музыкант менән ролик яҙҙырырға һәм һуңынан уны яҙылыусылар хөкөмөнә сығарырға ниәтләй.