Граждан хәбәр итеүенсә, 15 майҙа мессенджерға ул эшләгән предприятиеның генераль директоры исеменән хәбәр килә. Ялған "директор" хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең тикшереү менән килеүе, ниндәйҙер мутлашыуҙар булыуы тураһында яҙып, улар менән хеҙмәттәшлек итергә кәрәклегенә баҫым яһай.
Икенсе көндө банк хеҙмәткәренән шылтыратыу килә, ул мутлашыусыларҙың шәхси мәғлүмәттәрҙе файҙаланып, ирҙең исеменә кредит алыуҙарын хәбәр итә. Иҫәптәрҙәге аҡсаны һаҡлап ҡалыу һылтауы менән, "белгес" бөтә тупланмаларҙы "банктың яңы берҙәм иҫәбенә" күсерергә тәҡдим итә. Әгәр кредит аҡсаһы менән шәхси аҡса тупланмалары күрһәтелгән иҫәпкә күсерелмәһә, закон алдында яуап тотасаҡһығыҙ, тип янайҙар. Мутлашыусылар йоғонтоһонда ир 2,4 миллион һумдан ашыу аҡсаһын "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсергән. Шулай уҡ аферистарҙың күрһәтмәләре буйынса яңы кредиттар алып, уларҙы ла муттарға күсерә. Артабан аҡсаны ҡайҙан алырға белмәгәс, ир ҡатынынан 700 мең һум табыуын һорай. Ҡатыны шикккә ҡалып, полицияға мөрәжәғәт итә лә инде.
Дөйөм алғанда, ир 4,5 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан. Был турала Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән Ләйлә Байрамғолова хәбәр итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.