Бөтә яңылыҡтар

Һыйыр хужабикәһен һөҙгөсләп үлтергән

Әбйәлил районы Селивановка ауылында була был ҡурҡыныс хәл.

Һыйыр хужабикәһен һөҙгөсләп үлтергән
Һыйыр хужабикәһен һөҙгөсләп үлтергән

74 йәшлек ҡатындың һыйыры быҙаулаған була. Хужабикә сығып һыйырын һауа ла, һарайҙан сығып барғанда һыйыр арттан килеп һөжүм итә. Ҡатын ҡолағас та туҡтамай, тапап, һөҙөүен дауам итә. Был ҡурҡыныс хәлдең шаһиты булған улы "Ашығыс ярҙам" саҡырта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, медиктар уны ҡотҡара алмай. Ҡатын алынған яраларынан вафат була.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: