Бында саралар илһөйәрлек тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай һәм "Мәғариф" милли проекты маҡсаттарына тура килә, тип хәбәр итәләр район хакимиәтенән.
Таҡтаташ асыуға Эльдарҙың әсәһе, ҡатын, балалары, элекке хеҙмәттәштәштәре килгән. Яугирҙың класс етәксеһе сығыш яһаған, уҡыусылар шиғыр һөйләгән. Эльдар 55-се айырым мотоуҡсылар бригадаһында хеҙмәт иткән. Ул былтыр октябрҙә һәләк булған. Яҡташыбыҙ яуҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Батырлыҡ орденына лайыҡ булған.
Мәктәптә Герой партаһы, Герой мөйөшө булдырылған.
Фото: Администрация Мечетлинского района.