Күп балалы ғаилә таныҡлығын нисек юлларға?

Белгестәр аңлата.

Күп балалы ғаилә таныҡлығын нисек юлларға?Күп балалы ғаилә таныҡлығын нисек юлларға?
Күп балалы ғаилә таныҡлығын нисек юлларға?

Күп балалы ғаилә таныҡлығын Башҡортостандың Күп функциялы үҙәк офистарында рәсмиләштерергә мөмкин. Быны нисек эшләргә – белгестәр аңлата.
Документты өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ата-әсәнең, уллыҡҡа алыусыларҙың йәки опекундарҙың береһе юллай ала.
Ниндәй документтар кәрәк:
- ғариза биреүсенең шәхесен раҫлаусы документ;
- 18 йәшкә тиклемге баланың тыуыуын раҫлаған документтар;
- никахҡа инеү/тарҡатыу тураһында таныҡлыҡ;
- йәшәгән урындан ғаилә составы тураһында белешмә.
Таныҡлыҡ ғариза ҡабул ителгәндән һуң 10 эш көнө эсендә рәсмиләштерелә.

Аңлатабыҙ. Башҡортостан (vk.com)

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас